Шаҙра көҙгө. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Оялып ҡына таң ата,
Ал нур яға донъяға -
Шуҡ шаршылар уны шундуҡ
Әйләндерә шаҙраға.
Әй алдаҡсы көҙгө - шаршы,
Һайһың да шул, һай инде.
Һай булғанға эсең дә тар,
Матурлыҡ һыймай инде.
Тәрән ятыу шат сағылтты
Таңдың алһыу ялҡынын -
Икеләтә нурҙар сәсеп
Донья йөҙө балҡыны.


2015